Все новости
Йәшәйеш
7 Февраля 2021, 12:30

Ҡыуаныс та, ҡыҙғаныс та хәл

Эскелек кәмеhә, бөтөрөлhә киләhе быуын өсөн дә файҙалы, hәр кемгә үрнәк булыр hәр кем үҙенсә тырышып көрәшеп ҡараһын, уның бит ауырлығы юҡ

Хәмер-упҡынға илтә,
Эскән кешенән мәғәнә юҡ,
Тормоштоң булмай йәме.
Өгөтләүгә лә килмәй ул,
Бер ысҡынhа уның йүгәне.
Үҙ-үҙеңде тотоу өсөн
Тыңлау кәрәк кешене.
«Миңә диңгеҙ тубыҡтан»
Ҡабатлама ошо hүҙҙәрҙе.
«Ғаилә» тигән оло исем
Тормошоңдоң нигеҙе.
Ошо нигеҙ ныҡлы булhа,
Һиҙмәйhең үткән ғүмерҙе.
Эскелек боҙа донъяны
Ҡауға, талаш, тартыштан,
Насар иҫтәлектәр ҡала
Һин йәшәгән тормоштан.
Балаларың, ейәндәрең
Улар hинең дауамың.
Үрнәк булып йәшәр өсөн
Онот хәмер hуҡмағын.
«Йәшел йылан» ҡоторта
Ағыуы була зәhәр.
Ағыуҙары бик зыянлы
Туҡтамаhаң hин әгәр.
Ғүмереңде haклар өсөн
Етә hиңә бер аҙым
Ошо аҙым ныҡлы булһа
Була инде «туҡтаным»
Туҡта, кешем, hин тыңла
Һанаулы бит был ғүмер.
Насар сирҙәргә hағалай
Көрәшеүе еңел түгел.

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА
Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас: