Все новости
Йәшәйеш
8 Февраля 2021, 12:13

Төшөм юҡ, шуға бәйләнеш тә юҡ

Тамара Ғәниева: - Сотовый бәйләнеш хаҡында һүҙ барҙымы? Ауылға шылтыратып булмай ҙа...

Тамара апай Керәүлелә булған йыйылыш тураһында һорай. Шағирәне тыуған Ҡаҙармаһында телефон тотмауы борсой. Беҙ ауыл башлығы Игорь Ворошиловҡа шылтыраттыҡ:
- Был һорау менән хәҙер миңә мөрәжәғәт итмәй башланылар, сөнки барыһы ла хәлде яҡшы аңланы. Ә хәл былайыраҡ. Телефон бәйләнеше проблемаһы менән әллә нисә йыл йүгерәбеҙ. Кәрәк тигәс, ерҙе оформить итеп бирҙек, вышка ултыра, уны, цифралы телевидениеға күскәндә, РТРС ҡуйғайны. Барыһы ла әҙер, кил дә телефон бәйләнешен урынлаштыр. Тик сотовый операторҙар килмәй, сөнки халыҡ аҙ, уларға был эш төшөмлө түгел, аренда хаҡы ла ҡыйбат тиҙәр (аренда өсөн РТРС-ҡа түләйҙәр, бағана өсөн). Шулай ҙа был мәсьәләне онотмайбыҙ, хаттар яҙабыҙ, бәлки, Хоҙайҙан булып, берәй оператор килер. Әйткәндәй, Кинйәбайҙа интернет бар, Башинформсвязь уны күптән тоташтырҙы. Балалар, шулай булғас, пандемия мәлендә яфаланмай уҡыны.
Читайте нас: