Башлыҡты- Илшат Миҙхәт улын - тап итә алманыҡ, әллә берәйһенә сәй эсергә кереп юғалды, ниңәлер, шылтыратып бимазалағы килмәне. Урамда торған һыу колонкаһын (ҡарәле, быларҙа колонка һаман бар) ҡараныҡ - һыу аға. Ҡыш үтер, йәй етер,иң мөһиме, бына шул ввҡытта һыу булһын, Холодный Ключ (исеме лә бит әле - Шишмә - һыу сығанағы), сүллектә ҡалмаһын ине. Ә әлегә, сөпөрләп булһа ла, йәшәп була.