Все новости
Йәшәйеш
14 Февраля 2021, 21:30

Эше күп – аҡсаһы әҙ

Беҙҙең өҫкə күпме эш йөкмəтелгəн, күпме яуаплылыҡ. Өҫтəүенə ҡағыҙ эше лə ныҡ күп. Беҙ бит əле улай ғына түгел, постта торған һалдаттар кеүек, ял, байрам тип тормай һəр ваҡыт бəйлəнештə булырға тейешбеҙ.

Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында оҙаҡ йылдар эшлəүсе:
- Был эштə хəҙер нисə йыл эшлəйем, ҡасандан бирле эш хаҡын арттырыу тураһында саң ҡуптарабыҙ. Өс йыл элек тə: «Ярар ҡарарбыҙ, квартал премияһын арттырырбыҙ», - тип
һүҙ бирҙелəр ҙə, бер ниндəй ҙə үҙгəреш булманы. Ə беҙҙең өҫкə күпме эш йөкмəтелгəн, күпме яуаплылыҡ. Өҫтəүенə ҡағыҙ эше лə ныҡ күп. Беҙ бит əле улай ғына түгел, постта торған һалдаттар кеүек, ял, байрам тип тормай һəр ваҡыт бəйлəнештə булырға тейешбеҙ. Мин инде өйрəнгəн, күп йылдар эшлəгəс стажым етəрлек, тəжрибəм дə күберəк, халыҡ һанына ла ҡарап түлəйҙəр. Ə яңы килгəн йəштəр əлбиттə, был ҡəҙəре эште йырып сыға алмай, аҡсаһы ла əҙ. Шуға оҙаҡ эшлəй алмай китəлəр. Элегерəк 2000-се йылдарҙа, был эштə эшлəүселəр етəксенəн дə күберəк аҡса ала, мəҫəлəн, 80%, уға тағы премиялар өҫтəлə ине. Ə хəҙер улай түгел шул. Был һорау ҡаралып, ыңғай ҡарар сығарып, аҡсаны арттырһалар йəштəр ҙə килер ине, тырышып эшлəр ине.
Тулы материал 13-сө һанда.
Читайте нас: