Все новости
Йәшәйеш
18 Февраля 2021, 15:45

Сәфәр дауамы

Артабан ҡунаҡтарыбыҙ Калинин урамындағы күп фатирлы йорттарҙы ҡарап сығырға булды.

Артабан ҡунаҡтарыбыҙ Калинин урамындағы күп фатирлы йорттарҙы ҡарап сығырға булды. «Ишек алдындағы ҡарҙарығыҙ таҙартылмаған да баһа!»,- тип тәнҡитләп алды Борис Владимирович. Премьер-министр урынбаҫары фатирҙарҙа йәшәүселәр менән дә әңгәләмәшеп алды: «Йылылыҡ өсөн хаҡтар күпкә артып килдеме?»- тигән һорау борсой ине уны. Фатир хужалары: «Юҡ хаҡтар артманы, фатирҙарҙ йылы, яҡты, ҙур рәхмәт»,- тип яуапланылар. Сәфәр дауамында ҡунаҡтар Тыныслыҡ урамындағы болдорға һуғылды, унда Борис Беляевҡа иң оҡшағаны буп-буш торған сүп контейнерҙары булды: «Сүп сығарыу эштәре яҡшы алып барыла икән һеҙҙә!»- тип маҡтап та алды. Планда ҡаралмаһа ла: «Һеҙ яңыраҡ парк асҡайнығыҙ ахыры ҡарап үтергә буламы?»- тип ҡыҙыҡһынды Борис Владимирович. Ҡунағыбыҙҙы яугир-интернационалисттарға арналған яңы паркка алып барғас, ул бер аҙ тын ҡалып, оҙаҡ ҡына һоҡланып ҡарап торҙо. Тулы материал гәзиттә була.
Читайте нас: