Йәшәйеш
10 Мая 2021, 04:35

Ҡояш нурҙары һүрелмəһен

Күркəм ғаилəлəр донъябыҙ биҙəге, тиҙəр. Мин дə Күмертау ҡалаһында йəшəүсе тырыш Исмəғиловтар ғаилəһе тураһында яҙмаҡсымын. Матур-күркəм тормош ҡороп йəшəгəн ҡоҙа-ҡоҙағыйыбыҙ Əнүр һəм Таңһылыу ғаилəһенең татыулығына, тырышлыҡтарына һоҡланмай мөмкин түгел.

Ҡасандыр йəшлəй генə осрашып, ҡауышып ғүмер йомғағын бергə һүткəн Исмəғиловтар һəр ваҡыт бер һүҙле, уртаҡ фекерле булып, мөхəббəткə генə түгел, үҙ-ара оло хөрмəткə лə таянып, 36 йыл бергə татыу ғүмер итəлəр. Килəсəктə лə матур, бəхетле тормошта йəшəүҙəренə инанып, ышанып йəшəйҙəр улар.
Ҡоҙалары Марсель, Айҙар, ҡоҙағыйҙары Рəзилə ЛАТЫПОВТАР, Кумертау ҡалаһы
Был хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.
Читайте нас