Тормошта һәр кемдең алдына шундай һорау тыуған мәлдәре була: нимә эшләргә артабан? Был осраҡта дуҫтарҙан кәңәш һорайһың, һеҙ әйтегеҙ, ҡалайтырға? Кәңәш тигәндә, һәр беребеҙ был эшкә оҫта, һәр беребеҙ философ, тегеләйт, былайтып ҡара, тип аҡыл өйрәтәбеҙ. Шулай ҙа шундай ваҡиға ла була, был осраҡта ҡәтғи генә кәңәш биреп булмай, нимәлер тип өйрәтерһең дә, аҙаҡ кешене яңғылыш юлға борғаның асыҡланыр. Шуға кәңәш һораусыны үҙ көнөнә ҡалдырабыҙ: әллә, үҙең ҡара, нимә тип кенә әйтәйем икән, һиңә йәшәргә,
Күмертауҙың светофорҙарының да ҡәтғи генә яуабы юҡ. Водитель һәм йәйәүлеләрҙе үҙ көнөнә ҡалдыра: үҙең ҡара, һиңә йәшәргә.