Йәшәйеш
30 Мая 2021, 04:54

Малы барҙың...

Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы:- Берәҙәк малдар күп тип әйтеп булмай, шулай ҙа бар. Иң күбе Яҡшымбәттә, әле Абдул ауылында 3 протокол төҙөлөдө, Яҡуп, Ҡотлоюлда ла бар. Малды барып фотоға төшөргәс тә протокол төҙөп булмай, хужаһын табабыҙ, уны иҫкәртәбеҙ, артабан өс көн тирәһе көтәбеҙ, шунан малдар менән бер нимә лә хәл ителмәһә, протокол төҙөп штраф һалабыҙ.

Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы:
- Берәҙәк малдар күп тип әйтеп булмай, шулай ҙа бар. Иң күбе Яҡшымбәттә, әле Абдул ауылында 3 протокол төҙөлөдө, Яҡуп, Ҡотлоюлда ла бар. Малды барып фотоға төшөргәс тә протокол төҙөп булмай, хужаһын табабыҙ, уны иҫкәртәбеҙ, артабан өс көн тирәһе көтәбеҙ, шунан малдар менән бер нимә лә хәл ителмәһә, протокол төҙөп штраф һалабыҙ. Малды мотлаҡ көтөүҙә йөрөтөргә кәрәк икәнлеген халыҡ һаман аңлап етмәй. Иректә йөрөгән малдар ҡай саҡ ауылға ла килеп керәләр, үләндәрҙе тапайҙар, зыян итәләр, шунан китә ҡауға. Яйлап берәҙәк малдар мәсьәләһен еңеп киләбеҙ, шулай ҙа малдар бөтөнләй йөрөмәй тип әйтеп булмай, иректә йөрөгән малдар бар әле.
Башҡа ауыл башлыҡтарының берәҙәк малдарға ҡағылышлы фекере гәзиттә баҫылды.
Читайте нас