Кисә Свобода ауылы буйлап үтергә тура килде (ҡасандыр хужалыҡ үҙәге булған ҙур ауыл). Ауыл тып-тын, урамда бер кеше лә осраманы. Ғәжәп. Тегендә ҡараһаң да емерек, бында баҡһаң да иҫкелек. "Йорт һатам" тигән яҙыу эленгән бер нисә таҡта күренеп ҡалды. Бер тауыш та юҡ. Ауылдың эсендә тиерлек йәйерәгән күлдә бер ҡош йөҙә (орнитологлыҡ белем юҡ, ниндәй ҡоштор - таныманыҡ, шулай ҙа һирәк ҡоштор, ошоға тиклем күҙгә салынғаны юҡ). Әҙәмдән ҡурҡа, йүнләп фотоға төшөрөп булманы, оса ла китә. Саҡ ҡына алыҫыраҡ киттеңме, кире урынына килеп ултыра. Хөрриәт икән быға. Иреклектә рәхәт сигә. Свобода - Ирек, Азатлыҡ тигәнде аңлата, уның бер ҡасан да, әлеге һымаҡ, исеме есеменә тап килгәне булмағандыр.
...Тора-бара, кешеләр китеп бөткәс, ауылдың йылға-күлдәрен, урман-ҡырҙарҙы мыңарсы өркөп килмәгән ҡош-ҡорт, януарҙар баҫырмы икән? Ер шарында бер тере йән юҡҡа сыҡһа ла оло бәлә тиҙәр, ә әҙәми зат булмаһа, башҡа йән эйәләре иркен тын ала башлай. Бына дилемма - кеше күп булһа һәйбәтме, әллә...