Все новости
Йәшәйеш
14 Июля 2021, 16:14

Кишергә ҡалған көн

Нәүғәт ХИСМӘТУЛЛИН, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре:- Ауыл-хужалығы үҫтергән аҙыҡ-түлек, йәшелсәләр өсөн хаҡтар артыуы ыңғай күренеш. Ауыл хужалығының нимәгәлер хаҡтары арта башлаһа, башлыҡтар үҙ ҡарамалығына алып, тикшерә башлайҙар, ә бына газға, нефткә хаҡ артһа, уларҙың хаҡтарын төшөрмәйҙәр. Аҙыҡ-түлекте, йәшелсә-емештәрҙе үҙҙәре килеп үҫтереп ҡараһындар, күмпе тырышлыҡ кәрәк. Ер эше, бик күп тырышлыҡ талап итә. Минең ҡарашҡа, хаҡтар күпкә артмаған. Йәмәғәт аҙыҡ-түлектең ҡәҙерен, хаҡын, сифатын белергә тейеш, шуға хаҡтар артыуына аптырарға түгел. Былтыр бик уңышлы йыл булды, һауа торошо тейешле уңыш алыуға ярҙам итте, шуға ла хаҡтар бик күтәрелмәне. Быйыл, бер аҙ ҡоролоҡ йонсотто. Шулай булһа ла, быйылғы йыл да уңыштарын мул бирер, тип өмөтләнәбеҙ.

Кишергә ҡалған көн
Кишергә ҡалған көн

Әлфинә Килмәтова, Тимербай ауылы:
- Йәшелсәләргә хаҡтар артһа ла, беҙ ауылда торғас, үҙебеҙҙең йәшелсә үҙебеҙгә етә. Кишергә килгәндә, беҙҙә быйыл ни өсөндөр йүнләп сыҡманы. Йылы шулай булдымы, әйтә алмайым. Кишер сыҡманы тип борсолоп ултырмайбыҙ, шөкөр, атай-әсәйем, ҡартатайым үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлашып торалар. Ә сөгөлдөр быйыл матур сыҡты, кәртүф тә уңыр тип ышанабыҙ. Былтыр кәртүф бик уңманы, ҙур ерҙән 3 тоҡ ҡына алған инек, быйыл икенсе урынға сәсеп ҡараныҡ. Көҙгә, Алла бирһә, баҡсалағы йәшелсәләребеҙҙән мул уңышын алып ҡыуанырға булһын.

Кишер, сөгөлдөргә хаҡтар артыуына бәйле башҡа фекерҙәр гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: