Все новости
Йәшәйеш
27 Июля 2021, 13:53

Кәртә дан була

Яҡшымбәттең бер туҡтауһыҙ һикерткән саңлы оло юлынан саҡ ҡына арынып, боролоп, ауылға кергәс тә танауға буяу еҫе килеп бәрелде һәи уй тыуҙы: Яҡшымбәттәр донъя яңырта икән. Район башлығы үҙенең битендә "Бына шулайыраҡ итеп тотоғоҙ йорттарығыҙҙы" тип яҙыуҙың шауҡымы әллә? 

Кәртә дан була
Кәртә дан була

Улай тиһәң, яҡшымбәттәр этеп-төрткәнде көтөп ултыра торған халыҡ түгел. Буяп йөрөгән ике матур апайҙы күргәс кенә иҫкә төштө: мәктәптең ҡоймаларын яңырталар ҙа. Доктор биргән аҡсаға. 

- 4 көн буйы буяныҡ, - тине беҙҙең һыуәйҙәгә яуап бирҙе Гөлфиә Фәйзуллина менән Альбина Сынбулатова, - өмә менән эшләнек кәртәләрҙе, бар ауылға рәхмәт. Хәҙер штакеттарын ҡуйырға ғына ҡалды - кәртә дан буласаҡ.   
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: