Все новости
Йәшәйеш
21 Сентября 2021, 17:29

Барҙым долиналарға...

"Барҙым Ҡаҙағстанға, туйҙым күлдәк-ыштанға", тип йырларға ярата ҡайһылар. Ысынлап та, күршеләр илендә арзаныраҡ барыһы ла: сәйе лә, мәйе лә, бензины ла. Ҡаҙағстанға бармай ғына арзан күлдәк-ыштанға туйыр мәл беҙгә лә килде - бик теләһәң, Ирәмәлгә бар, Домбыта бар, ҡалала бер түгел ике Светофор йымылдап ултыра, Лотос бар һәм, әлбиттә, Долина.

Барҙым долиналарға...
Барҙым долиналарға...

Долина йыл да былай ҙа арзан тауарына хаҡты төшөрөп ҡыуандыра. Бөгөн тап шундай ҡыуаныслы көн - барыһын 50% ташлама менән һаталар. Әҙәм балаһы туйып бөттөмө икән - теге саҡтағы һымаҡ ҡырылыш юҡ. Шулай ҙа кеше ярайһы ғына тулған. Тышта машиналар ҙа байтаҡ ултыра. Күптәр аңланы: кейемде ҡиммәткә әллә ниндәй бутиктан алдың ни, бынан алдың ни, барыбер. Этикетка-биркаһын аҫып йөрөмәйһең дә, уның хаҡын кем белһен. Килешәме - килешә, матурмы- матур, йылымы- йылы. Булды. Ҡалғаны... был кейемдәрҙе кейеп йөрөрлөк һаулыҡ булһын да кемгә күрһәтергә булһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: