Все новости
Йәшәйеш
23 Сентября 2021, 09:52

Ятаҡхана - тормош мәктәбе

Беҙҙең ҡалала ятаҡтар юҡ. Ҡағыҙҙа, документ буйынса улар юҡ. Ә ысынбарлыҡта бар. Электән ҡалған бөтөн ятаҡханаларҙы күп фатирлы йорт тигән ғорур исемгә күсерҙеләр, исем үҙгәрҙе, есем ҡалды. Шул уҡ емерелеп барған, һаҫыҡ еҫле душы, емерек кранлы йыуынғысы, эте лә, бете лә кереп сығып йөрөй торған кухнялы, вахтала ултырған әбейле, тар бүлмәле ятаҡ булып ҡалды.

Ятаҡхана - тормош мәктәбе
Ятаҡхана - тормош мәктәбе
Коммуналь хеҙмәттәре, башҡа күп фатирлы йорттарҙыҡына, әҙәмсә йәшәгән кешеләрҙекенә ҡарғанда, әллә күпмегә күберәк булған ятаҡ. Былары янына унда йәшәгән контингентты ла айырып әйтергә кәрәк - эскеселәр. Саҡ ҡына хәле булған әҙәм бынан ҡасыу яғын ҡарай, илле һум ғына биреп тор әле, үлеп барам, саҡ ҡына ҡой әле тигән, һәр ҡыйыш ятҡан әйберҙе урларға торған кешеләрҙең тут йөҙөн, ҡыҙыл танауын күрмәҫ өсөн әллә нимә эшләрһең. 
Эсергә һорауҙары, урлауҙары әллә ни бәлә түгел, улар арҡаһында бик йыш янғын сыға (бурҙан ҡала, уттан - юҡ). Күмертауҙың ятаҡханаларында булған кисәге янғын нисәнсеһе икән?  
Ятаҡхана - тормоштоң нисек икәнен беләм тигән кеше бында бер-ике йыл булһа ла тороп ҡарарға тейеш (ятаҡтарҙа ҡандала ла бар). Был һынауҙы иҫән сыҡһа, артабан ул бер ниндәй ауырлыҡҡа ла бирешмәҫ. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өлкәһенә эшкә барған чиновниктар (ҡала башлығы үҙе лә) мотлаҡ, кәмендә, өс йыл ятаҡта йәшәп китһәләр, улар эшен яҡшыраҡ башҡарыр һымаҡ. Ниндәйҙер түрә булырға теләгән кеше резюмеһын алып бара, унан һорайҙар: общакта йәшәнеңме? Юҡ. Бар, бүлмә ал да, йәшәп ал шунда (ике балаң, ҡатының менән, 13 квадратлыһы булһа, һәйбәтерәк), коммуналка өсөн хаҡты шаҡарып алһындар, кухнянан бешеп ултырған билмәнеңде урлаһындар, күршеләр менән талаш, ҡандалаларға ҡаныңды эсер, аҙаҡ, биш йылдан һуң, килерһең. 
Ятаҡханалар - тормош мәктәбе.
Фотола: Күмертауҙың БАССР-ҙың 60 йыллығы урамындағы ятаҡтағы кисәге янғындан һуң ҡалған бүлмә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: