Все новости
Йәшәйеш
10 Октября 2021, 10:34

Алыш-Биреш

Уң яҡ күршем Хисами "Киа"ла йөрөй. Һул яғымдағы Низами "Судзуки"-ҙа фарсит итә. Минеке - "Ока". Ғәрләнеп бер булам, уға ултырып урамға сығырға ла оялам. Хисамийы: "Ока" - ул Камаздың уйнаштан тыуған ҡыҙы",-тип көлә. Низамийы: "Өҫтәүенә етлекмәй тыуған",-тип ауыҙ йыра.

Алыш-Биреш
Алыш-Биреш

Уларынаа инде, бәлки, ҡымырайып та бармаҫ инем. Бер көн өс йәшен тултырған ейәнем Гансты етәкләп кибеткә сыҡтым. Тыҡырыҡты кискәндә: "Гансик, осторожно будь, машина едет",- тип киҫәткән булам. Ейәнем, артынан һыйыҡ төтөн ҡалдырып тырҡылдап үтеп киткән сусҡалай кәүҙәле автомобильға һынаулы ҡараш ташланы ла: "Ока" - не машина",- тип һығымта яһаны.
Түҙемлегем бөттө. Һатып ебәрергә булдым. Аҡсаһы Ҡыҙыл диңгеҙгә барып ял итергә үк етмәһә лә, бәлки, үҙебеҙҙең Тоҙ күленә барып ҡайтырға етер. Көнө-төнө телевизор ҡарап, реклама һанап, донъяның ҡайҙа табан тәгәрүен беләбеҙ. Нәмә генә тәҡдим итмәйҙәр ҙә, ташлама артынан ташлама яһап, нисек кенә игелек күрһәтмәйҙәр. Мин дә гәзиткә иғланымды шундайыраҡ рухта бирҙем. "Әгәр егерме меңегеҙҙе янығыҙҙа ҡалдырырға теләһәгеҙ, минең "Ока"ны алығыҙ. Өр-яңы тип әйтерлек. Техник хәле иҫкиткес шәп!"
Аҙна буйына берәү ҙә шылтыратманы. Телефоныма текләп ултырып күҙҙәрем талды. Инде лә асыуымдан уны иҙәнгә сәлперәмә бәрәйем тип ҡуҙғалғайным, ҡурҡты, булһа кәрәк, телгә килде.
- Күпмегә бирәһең?- Тауыш таныш та кеүегерәк. Тик таныштарым араһында ундай тыңҡыш әҙәм юҡ.
- Илле һорайым, утыҙға бирәм. Егерме меңең янға ҡала...
-"Ока"ны? Утыҙға? Кеше көлдөрмә, йүләр!- тине лә Тыңҡыш, трубканы "шап" итеп һалып ҡуйҙы. Тәртипһеҙ!
Машина алыу уйынан бөтөнләй ваз кисмәгән икән, икенсе көн тағы шылтыратты был.
- Йә, уйланыңмы әле? Күпме ташлама яһайһың?
- Ниндәй ташлама ул тағын. Егерме мең етмәгән меней?
- Ул ташлама түгел, янда ҡалдырыу ғына...
Был һөйләшеү ҙә ошо урында өҙөлдө. Тыңҡыштан башҡа шылтыратыусы булһа, ул һөмһөҙгә төкөрөп тә бирмәҫ инем. Юҡ шул! Шуңа күрә һөйләшеүҙең өсөнсө көнөндә һатып алыусым илле процент ташлама менән шатландырырға уйланым. Ун биш кенә меңгә ҡалдырҙым бит!
- Ун биш меңгә?! "Ока"ны?! Камаздың йәти балаһын?!
- Һуң, йәтим булһа ла машина бит әле ул. Тәгәрмәстәре лә дүртәү, түбәһе лә бар... "Скутер" хаҡы ла түгел...
- "Скутер" ул мопед ҡына булһа ла япондарҙыҡы. Ә һинең консерва ҡалайың...
Ҡыҙып уҡ киттем.
- Консерва ҡалайы булһа, алма! Һине кем көсләй?
- Алам! Тағы бер аҙ төш тә...
Вәт дегәнәк!
- Күпме ул "тағын бер аҙ"ың? - Башыма: "Бөгөн ҡотолмаһам, башҡа бер ҡасан да ҡотола алмам", - тигән уй килтереп һуҡты.
- Тағы илле процентҡа төш...
- Әрһеҙләшмә. Утыҙға төшәм, иллегә юҡ!
- Илле!
- Ҡырыҡ...
- Илле!
- Ҡырыҡ биш...
- Алмайым!
- Ал инде... Ярай, һинеңсә булһын, илле-е-е...
Ярты сәғәт тә үтмәгәндер Хөснөтдин бажа килеп инде. Тауышы таныш кеүек тойолған ине, телефондан шул мөртәт менән алыш-биреш яһаған булып сыҡтыҡ. Танытмаҫ өсөн танауын ҡыҫып һөйләшкән.
- Ҡайҙа, ас гаражыңды, бир асҡысын,- ти. Ауыҙы йырыҡ, йүнһеҙҙе!
- Деньги вперед!- мин әйтәм.
- Ниндәй аҡса? Йөҙ процент ташлама яһаның бит. Тәү - илле, унан - илле. Договор дороже денег. Егет һүҙе бер була...
Алыш-бирештең үҙ ҡанундары шул. Ҡыҙып китеп уяулығымды юғалтҡанмын. Биреп ебәрҙем күҙ алмамдай ҡәҙерле дөл-дөлөмдө бер йүнһеҙгә... Кәзәнең маллығы - бажаның туғанлығы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул...
Закир ӘКБӘРОВ, Күмертау ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: