Все новости
Йәшәйеш
16 Октября 2021, 12:20

Үлемгә өйрәнеү

Аҙнаһына өс тапҡыр тикшерәсәктәр - Сауҙа йорттарында һуңғы ваҡытта керетелгән ҡағиҙәләр үтәләме-юҡмы, шуларҙы тикшерәләр. 

Үлемгә өйрәнеү
Үлемгә өйрәнеү
Беҙҙең халыҡ - күпте күргән халыҡ, барыһына ла күнә, өйрәнә, хатта ҡурҡыныс хәлдәргә лә йылмайыу аша ҡарай башлай торған, вакцинацияға бәйле тыйыуҙарға көнө-төнө ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, артыҡ дуламаны, вакциналылар сертификатын тотоп йөрөй башланы, һалдырмағандары ла бик бошманы, Сауҙа йортона бармаһам ни, бәләкәй кибеткә барырмын. 
Бөгөн Күмертауҙың Домбытаһына барып сәс алдырҙыҡ. Былтыр айҙар буйы сәсте билгә етә яҙғансы еткереп йөрөгәйнек (локдаун), әле, әмәле булғанда, алдырып ҡалайыҡ, йә ябыр ҙа ҡуйырҙар. Йөрө унан Робинзон шикелле.
Домбытаға ике ерҙән керәһең. Артынан ингән ерҙә һаҡсы бабай тора. Уны һаҡсы тип уйламаҫ та инек, үҙе әйтте. "Битлегегегеҙҙе кейегеҙ". Өҫтөндә ҡышҡы куртка. Йәше апаруҡ. Кейҙек. Сертификатты күрһәтергә ине -  һораманы. Бабай әйткәнгә күндек, беҙҙе тыңламай тип, эшенән алып ҡуймаһындар, пенсияһына өҫтәмә аҡса булһын тип йөрөйҙөр. Беҙҙең илдә бер пенсияға ғына ҡарап йәшәүе... үлемгә тиң. 
Домбытаның икенсе яғында ла уға оҡшаш бабай тора. Үткән-һүткән, хатта эскә кергән халыҡта эше юҡ, танышын осратҡан да гәпләшә. Хәләл магазины үҙенең хәләл ризыҡтарын һата, теге донъя тураһында ҡайғыртҡандар, диндарҙар, башлыса, шунан алалыр тәғәмде. Ә баҡыйлыҡ тураһында уйҙар башҡа йыш килә. Әжәл эргәлә генә йөрөй. 
Тәмәке лавкаһына һыу буйы сират теҙелгән, бында арзаныраҡҡа һаталар тәмәкене, шуға кеше гел күп була. Запас менән алалар, хаҡтарҙы ай һайын күтәреп торалар ҙа, сире сир менән, тартмай йәшәп булмай. 
Үлем янда ғына йөрөй, уға ныҡ өйрәндек, элек нисек йәшәгәнбеҙ, шулай йәшәй бирәбеҙ. "Анауы йәшләй генә үлеп киткән - әәә, ярар инде, ауыр тупрағы еңел булһын". Ошоноң менән бөттө, ике-өс көндән был хәл онотола, артабан икенсеһе, өсөнсөһө үлгән тигән хәбәр килә. Улары ла онотола. Бөтәһен лә әҙәм тиҙ өйрәнә икән, төрлө тыйыуҙарға ла, хатта үлемгә лә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: