Все новости
Йәшәйеш
23 Октября 2021, 10:50

Башлы башлыҡ

Кисәге яҙмала https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_61668 Керәүле ауыл биләмәһе башлығы ҡайҙа мөмкин, шунда видекамералар ҡуйып сыҡҡан тип яҙғайныҡ.Барлығы 4 камера, икәүһе Керәүлелә, берәр камера Уңғар менән Ҡаҙармала.

Башлы башлыҡ
Башлы башлыҡ

- Нимәгә кәрәк булды быныһы?
- Ҡайҙа йөрөһәм дә барыһы ла ус төбөндәге кеүек, - И. Ворошилов башлы башлыҡ, хәйләкәр йылмая, - ҡара, хатта тауышы ла бар, - Игорь Леонидович телефонын күрһәтә, Ҡаҙармала нисек ел иҫкәненә тиклем ишетеп торабыҙ, ә үҙебеҙ был ауылдан әллә ҡайҙа ситтә.
Заманса проблемалар заманса хәл итеүҙе талап итә, Керәүле башлығы бына шулай итеп барыһына күҙ-ҡолаҡ булырға ҡарар иткән. Кем сүпте ҡайҙа түгә, кемдең малы урам тапай, кем һалмышыраҡ булып китеп бара - барыһы ла күҙ алдында. Быныһы ғына аҙ, нимә әйткәнең дә ишетелеп тора, шуға был ауылдар халҡы һәр һүҙен уйлап ҡына һөйләй - ярамағаныраҡ нәмә әйтеп ташламайыҡ, закондар ҡаты хәҙер.
Фотола: И. Ворошилов телефонынан скриншот: Ҡаҙарма ауылы һаҡ аҫтында.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: