Все новости
Йәшәйеш
2 Ноября 2021, 13:33

Һау бул, "Ҡайынҡай"

Иҫке, йәшлек, бала-саҡ менән бәйле күренештәр, йәнгә яҡын урындар яйлап ҡына юҡҡа сыға.  

Һау бул, "Ҡайынҡай"
Һау бул, "Ҡайынҡай"

Күптәр, бер ни алмаһа ла, йыш керергә, витриналарҙы әйберҙәрҙе музейҙағы экспонат һымаҡ ҡына ҡарап сығырға яратҡан Орбита магазины юҡ, Горняк, Классика ла хәҙер икенсе, ҡапҡыларға яратҡан Полет, АТП, Молодежный ашханалары ла юҡ (Көнсығыштағы Ашхана ла юҡ). Бер "Ҡайынҡай" ошоңарсы тырышып-тырмашып йәшәргә ынтыла ине, уныһы ла хәҙер юҡ, тамыры менән ҡороттолар. Ашхана урынында хәҙер нимә була: ана. барыһына ла таныш төҫ барлыҡҡа килә башланы. Нимә буласаҡ - аңлатып тороуы артыҡ. Йәшлектәге еҫтәрҙе, төҫтәрҙе хәҙер башҡа төрлөләре алмаштыра. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: