Все новости
Йәшәйеш
23 Ноября 2021, 10:19

Сер

Мөхәббәт - ғәжәп хис, меңәр йылдар уның серенә төшөнөргә маташҡандар (аҡыллы баштар), барыбер бер ни килеп сыҡмаған: сер - сер килеш ҡалған. 

Сер
Сер
Керәүле ауылында бер ғаилә һин дә мин йәшәп ятҡан. Эштәре бар, аштары бар, балалар. Ҡалаға күсеп китергә булалар бер заман - ваҡыты шулайыраҡ. Күсеп китәләр, тик күп тә үтмәй, ир кеше кире ҡайта. Ҡала тормошо мөхәббәткә үҙ төҙәтмәләрен индергәндер - араларҙы һыуытҡан. Ир әле йәш, бер үҙе генә йөрөй торған кеше түгел, ауылдаш ҡатын менән йәшәй башлай - йәштән дә яратып йөрөгәндер, бәлки, уны. Тормош булғас, төрлөһө була, айырылғаны, ҡауышҡаны, өйҙәш булып донъя көтә башлайҙар (ике яңғыҙ йән бергә ҡушылды), әммә бер аҙҙан ялҡынлы хистәргә тағы ла бер хис ҡушыла - араҡыға булған мөхәббәт. Ә ҡайҙа араҡы, шунда талаш. Талаш ҡына булһа бер хәл, ҡулдар ҙа тик тормай башлай, ир ҡатынды бәргеләп алыуҙы һөнәр итеп ала. Туҡмай икән, тимәк, ярата, ти ҙә ул халыҡ мәҡәле, әллә инде, туҡмалған кеше, тәндәре ауыртып ятҡанында бер ҙә һөйөшкөһө килеп ятмайҙыр ул. 
Үткән аҙнала сираттағы мәжлес була, сираттағы тумалыу. Был юлы ир көсөн уйлап еткермәй - ҡатын тора ла алмаҫлыҡ булып ауа. Ҡото осҡан ир силсәүиткә йүгерә, фельдшерҙы саҡырта - мөхәббәте иҫән ҡалһын. Ҡатынды дауаханаға оҙаталар, әле ул ауыр хәлдә ята. Ирме? Ул биктә ултыра. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. 
Мөхәббәт серен аңларға
Керһеҙ йөрәктәр кәрәк.
Саф булһа һөйөүҙәрең
Тормошта күңеллерәк, тип яҙғаны Гөлшат инәй Байназарова. Ысынлап һөйөргә әллә сафлыҡ етмәй, әллә аҡыл (серенә төшөнә алмайбыҙ), әллә үтә бирлебеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: