Йәшәйеш
12 Декабря 2021, 04:01

Барлыҡ яраштыра

Был конкурс 2017 йылдан бирле үткәрелә, барлығы 5 номинация. "Иң яҡшы муниципаль тәжрибә" тип атала ул, бик мәртәбәле конкурс, Рәсәй Хөкүмәте, хатта Путин үҙе уны күҙәтеп бара. Президентҡа был бәйге бик оҡшап ҡалғандыр, приз фондын 40 миллиондан 1 миллиардҡа тиклем күтәргән дә ҡуйған, әйҙә, күңелегеҙ булғансы ярышығыҙ. 

Барлыҡ яраштыраБарлыҡ яраштыра
Барлыҡ яраштыра
Беҙҙең районда иң бай тәжрибә кемдә - нимәһен уйлап тораһың, Бахмутта инде, Нурия Шәриповала. Быйыл бирелгән 1031 заяка араһында ул да бар. 50 еңеүсене билдәләгәндәр, Бахмут тип, исемлек араһынан эҙләп ултыра торғас, бөтөн хәрефтәр Б булып күренә башланы. Беҙ юҡ. 
Милләт-ара бик татыу йәшәйһегеҙ тигәнгә сертификат бар. Татыу йәшәйҙәр, бик татыу, барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра тигәнде онотмай, сертификат янына аҙыраҡ аҡса ҡушһалар ҙа була ине. Ул саҡта тағы ла дуҫыраҡ йәшәй башлар инек. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас