- Илшат абзый (отчествоһын әлегә береһе лә белмәй, Зәк-Ишмәткә башлыҡ итеп яңы ғына һайланылар), хәҙер, кредитҡа булһа ла, берәй кәстүм-салбар алырға инде, әҙәм араһында күп йөрөргә тура киләсәк.
Тел - ағас инде, һөйәкһеҙ, йә, беренсе күргән кешегә кеше шулай тип әйтәме? Үсегер ҙә китер. И. Зәйнәғәбдинов ҡушылды ла көлдө: шулайтмай булмаҫ, кәстүмһеҙ никак.
Үсегеү тигәндән. Төймәне дөйә кимәленә еткергәндәрҙе лә күргән булды, ҙур ғына урын биләгән кеше лә ваҡсыл була, юҡтан ғына үсегә лә китә, кенәһен ҡыуа башлай, ир кеше - ир булырға тейеш тә, бер әйт тә бөттө, эштә нимә генә булмай, юҡ, бындайҙарға ыҫпай кәстүм түгел, итәкле күлдәк кейҙереп, буяндырып ебәргәндә, енесенә тап булыр ине.
Ауыл башлыҡтары, шөкөр, күп осраҡта эшенә йәбешеп ята. Штрафтарын йөҙәр меңләп һалалар, һүгәләр (ә тағы кемде әрләйһең, иң аҫта торған власть - ошолар), бик йыш аҡ эт бәләһе ҡара эткә була. Ә барыбер "ошо ла булдымы эш" тип, ҡул һелтәп киткәндәрен күргән юҡ. Бер тәмен белдеме.... табаҡтан айырып алырлыҡ түгел. Әллә власть шулай үҙенә ала ла, «ағыуын” һөртә, ебәрмәй тота.
Йәбешеүе насар түгел, эше – эш булһа. Ишеткән бар: мәҫәлән, ауылда юл юҡ, ҡар баҫҡан тип ялыулайҙар, башлыҡтың үҙенә әйтәләр, тегеһе: көтөп тор, ҡар ирегәс, булыр әле, ти. Яңы йылға шуны шулайтайыҡ, һеҙҙең ярҙам кәрәк – аптыратма әле. Ниңә шул эште эшләмәнең, күршеләр эшләгән дә – өлгөрмәнем.... Һине һайлап ҡуйған, һинең күҙеңә ҡарап торған (ауыл кешеһенә иң яҡын власть - ауыл хакимиәте) кешегә ҡарата битарафлыҡ ҡына түгел, уны мыҫҡыл итеү тип баһаларға кәрәк бындай мөнәсәбәтте.
Илшат Мәдиф улы, тәү ҡарауға, аптырағандан ҡуйылған башлыҡ һымаҡ күренә ине, ана бит, кәстүме лә юҡ. Тик... Егет яуҙа һынала, бер заман күрәбеҙ: был ни ныҡлап тотонмаҡсы ла. Балалар майҙансығы, ҡойма кәртәләү, бағанаға заманса уттар үткәреү (быйыл светодиодный тигән лампалар Зәктә 150 мең һумға ҡуйылған)... Бер генә миҫал, былтыр юлдарға ҡырсын түшәү өсөн барлыҡ ауылдарға 11 миллион һум аҡса бүленде. Барыһына тигәс тә, кем йоҡлап ятмай шул ала. Зәк-Ишмәттәр ошо сумманың 2,6 миллионын эләктәргән! Ә быйыл ҡырсын түшәүгә 1,3 миллион тотонғандар. Нимәгә быныһы? Ошо ике йыл эсендә юлына бер арба ҡырсын да түкмәгән дә силсәүиттәр булды. Карьер юҡ, фәлән юҡ, төгән юҡ – сәбәптәре етерлек. Ә һөҙөмтәлә зары ауылға төшә.
Анау, әле Зәк-Ишмәттә ялтырап ултырған ФАП та И. Зәйнәғәбдиновтың «һелкенеүе» арҡаһында булды. Бошмай ғына, өйөндә сәй эсеп ултырып ҡалһа.... Зәк-Ишмәт, бәлки, ғүмере буйы иҫке ФАП юлын тапар ине.
Әлбиттә, Илшат Мәдиф улы барыһын да бер үҙе башҡара тип уйлау дөрөҫ түгел, яңғыҙ ҡарға тураһында ҡабатлап тормайбыҙ. Янында ярҙамсың булмаһа, ҡыйратыр инең эште. Фермер Әнүәр Усманов Зәк-Ишмәт өсөн күктән төшкән бәхет булды. Матди ярҙамдан өҙмәй, ауыл юлдарын теләһә ниндәй буранда барып ҡарағыҙ, тап-таҡыр булыр. Ә. Усманов күктән төшмәне инде, үҙҙәренеке, ошо ерҙән үҫеп сыҡҡан егет. Янындағы хакимиәт ҡыҙҙары, китапхана, клуб, мәктәп ярты һүҙҙән аңлап, кәрәкте ваҡытында эшләмәһәләр...
Бер нәмә – Зәк-Ишмәт Шәбағыш йәки Илкәнәй түгел, трассала ултырған Мораптал да түгел, төпкөл ауыл, быныһы ла мөһим фактор, заманы шулай: ни тиклем Үҙәктән йырағыраҡһың, шул тиклем ауырыраҡ.
Яҙһаң, тағы әллә күпмене яҙырға була, башлыҡтың эшен, дөрөҫөндә, халыҡ баһалар, беҙҙең, әлбиттә, субъективтыр, фекер ошолай. Шәхсән үҙебеҙгә килгәндә, «Юшатыр» ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһә лә (күбеһе ялыу була ла), И. Зәйнәғәбдиновтың һыртын ҡуйғаны булманы, яуабын бирҙе, «көтөп тороғоҙ, ваҡыт юҡ, сам перезвоню» тимәне, «ҡуйығыҙ әле, нишләп гел теләһә нәмә яҙаһығыҙ» тип иламһыраманы. Бында шуныһын әйтергә кәрәк: башлыҡтарҙан беҙ, башлыса, уңдыҡ, юҡһа, бөтәһе лә насар тигән уй тыуыуы ихтимал, «Юшатыр», мәле тура килгәндә, һәр береһенә рәхмәтен әйтеп ҡалырға тырыша.
Әле лә, рәхмәт йөҙөнән, теге Айыҡ ауыл сараһында, Зәйнәғәбдиновҡа бәләкәс кенә бүләк бирҙек. Бүләктең ҙурын зәктәр үҙҙәре бирер – сағыштырып, эргә-тирәгә күҙ һалып, дөрөҫ баһаһын ҡуйғас.
...Кәстүм? Илшат Мәдиф улы алды кәстүмде. Унһыҙ, ысынлап та, никак. Тик эштең кәстүмдә түгел икәнен беҙ күптән аңлағайныҡ инде.