+17 °С
Дождь


Тыуған яҡтың тәбиғәтенә өҫтән ҡарап хозурланырға тип менмәгәндер ҙә.
Был ферманың урланаһы урланып, һүтеләһе һүтелеп, ташылаһы ташылып бөткәндер, нимә тапты икән?
Ферма башындағы ир беҙгә, эшенән бүленеп, сәйерһенеп, һағайып ҡарап торҙо. Хәүеф-хәтәр һиҙмәне ахры, эшен дауам итте: иңкәйеп, кирбестәрҙе соҡоймо, нимә эшләйҙер. Нимәһенә ҡурҡырға, уға тиклем булған арыуырағын күптән ташып бөттөләр.