Йәштәре апаруҡ, береһе 89-ға сыҡҡан, икенсеһенә бына бөгөн 75 йәш тулды. Оло инәйҙәр тиер инең, һаман йүгереп йөрөйҙәр, көлөп ебәреүҙәре: көмөш сыңлауы ишетелеп ҡалғандай - ундай-бындай ҡыҙҙар ситтә торһон. Иҙрисова инәй, беҙ барып ингәс, иҙән йыуып йөрөй ине хатта - иртәгә балалар ҡайта. Кистәрен прогулкаға сығабыҙ тиҙәр, урам бушап ҡалды, йорттар ҙа бушай бара, бер-беребеҙгә терәк булып, бер-беребеҙгә йөрөшөп, ошолай йәшәп ятабыҙ. Беҙ 75 йәше менән ҡотларға тип барғас, бер Рабиға инәйебеҙ икенсеһенә телефон аша ғына шылтыратты: килеп ет. Ауылда шулай: бәләкәй генә шатлыҡты ла кем менәндер бүлешке килә, ә янда кем бар - икенсе Рабиға.
Яҙмыштары бер төрлөрәк уларҙың. Береһе 35 йылдан ашыу һауынсы, икенсеһе 48 йыл буйы уҡытыусы булып эшләгән, икеһе лә Яманһары өсөн "сит ҡыҙҙар" - килендәр. Икеһе лә бер үк йылда бабайҙарын юғалтҡан, Нәғим бабай менән Рәхимйән бабайҙар баҡыйлыҡҡа, бер-береһенән саҡ ҡына ҡалышып, ҡуҙғалған. Ике Рабиға араһында ултырып фотоға төштөк, бындай мәл ҡасан тура килә әле, теләк теләнек. Көңгөр-ҡаңғыр килеп, сәй эсеп кенә ултырһаҡ, юбилярҙың оло улы Рәсүл ҡайтып инде....
Материал киләһе һанда баҫыла.