

- Ауылыбыҙ ошо матур конкурста ҡатнаша, əлһəмдулиллəһ. Хəҙер урамда ғына тугел, ауыл йорттарында ла ятып эсеүсе юҡтыр, тип уйлайым. Мəсеттə һəр ваҡыт эскелек тураһында, уның насарлығы тураһында дини яҡтан да, доньяуи яҡтан дə аңлатыу эштəре алып барабыҙ. Кəрəк икəн, өйҙəренə барып, йəки урамдарҙа ла эскелеккə ҡаршы агитация алып барыла. Эскелектең кешенең һаулығы өсөн, ғаилəһе өсөн, балалары тəрбиəһе өсөн, йəмғиəт өсөн дə ҙур зыян килтереүен, реаль тормоштан миҫалдар килтереп, аңлатырға тырышабыҙ. Ауыл халҡы үҙе лә аңлап, белеп тора, сөнки күптəре үҙ баштарынан да үткəргəндəр.
Яҡшымбәт Айыҡ ауыл конкурсында еңеүгә табан нисек атлай - кисәге һанда гәзиттә тулыраҡ яҙылды.