Все новости
Йәшәйеш
15 Марта 2022, 09:21

Әҙәмсә йәшәп ҡалайыҡ

Ғүмерҙә булмағанса тип әйтһәк дөрөҫ булмаҫ, әммә башҡа көндәргә ҡарағанда Светофор магазины әле шыпа тулған - халыҡ ерле юҡҡа ғына былай тызаңламаҫ - алда беҙҙе әллә нимә көтә, әҙерләнеп йөрөйҙәр. 

Әҙәмсә йәшәп ҡалайыҡ
Әҙәмсә йәшәп ҡалайыҡ

Ҡыҙыҡ бит, кеше нимәне күберәк ала икән тип ҡарап торабыҙ. Тоҡсайлап туҡмас (уныһы ҙур һауытта, самалап тотонһаң, бик ишле булмаған ғаиләлә йыл буйы ашарға була), һабын, кер порошогын алалар. Күберәге халыҡ ошондай әйберҙәргә сат йәбешә:: порошок, һабын, һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса, теш таҙартҡыс пасталар. Ошо тауарҙарға хаҡ артасаҡ.
"Стиральные порошки подорожают примерно на 30%, моющие средства — на 26%, средства для уборки — на 74%.
Товары женской гигиены станут дороже на 33%, детской — на 47%. Цены на товары для красоты и здоровья увеличатся на 67%, средства по уходу за волосами — на 63%, зубную пасту и другие товары для полости рта — на 58%, средства для бритья — на 65%." тип әйттеләр ҙә инде.
Сәй, кофеға һорау ҙур, уларға ла хаҡ артты ла китте, бында әле хаҡтар әҙәмсә. Ғүмер буйы эсерлек итеп алып ҡуйып булмаҫ, быныһы ла суҡынһын, сәйҙәребеҙ аяҡ аҫтында, мәтрүшкәгә береһе лә санкция керетә алмай, уның хаҡы һәр саҡ бер төрлө. 
Ҡултыҡ аҫтына һиптерә торған баллонға ла йәбешәләр, ул бында башҡа магазиндарға ҡарағанда күпкә арзан, йәй етә, кеше араһында тирләп-бешеп, һаҫып йөрөгө килмәй. Светофорҙа бәҙрәф ҡағыҙы бөткән, беҙ килгеләгәнсе һыпырғандар, күрәһең, ярар, зарар юҡ, гәзиттә эшләйбеҙ, ҡағыҙға ҡытлыҡ булмаҫ.
Ҡатын-ҡыҙҙың гигиенаға тигән сепрәк-сапрағын ҡосаҡлап күтәреп ташыйҙар, 21 быуатта йәшәйбеҙ простина йыртып йөрөр заманға кире ҡайтҡы килмәй. Теште лә аш содаһы менән таҙартырға теләк юҡ, әмәле булғанда, арзаныраҡҡа күберәк итеп алып ҡуйырға кәрәк. Запас ашарға һорамай, күпмелер ваҡытҡа әҙәмсә йәшәп торорға булыр Артабанмы? Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан, үтә ныҡ алға ҡарарға ҡараштар зәғиф, бөгөнгөһө мөһим, әлегә әҙәмсә йәшәп ҡалайыҡ.
СССР заманындағы дефицит хаҡында уйҙарҙы ситкә ҡыуабыҙ (фотола Советтар Союзының аҙағында магазинда шар тәгәрәтергә була ине).

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: