Все новости
Йәшәйеш
4 Апреля 2022, 10:39

Үлем туйы ни хаҡ?

Трактор менән ҡәбер ҡаҙыу үҙе генә 10000 һум, мосолман ҡәбере ҡыйбатыраҡ, ҡул менән ҡаҙҙыртһаң тағын 3000 һум сығарып һалаһың. 

Үлем туйы ни хаҡ?
Үлем туйы ни хаҡ?

"Юл йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы" муниципаль бюджет учреждениеһы аша ғына ҡәбер ҡаҙҙырһаң 6500 һум, бында инде трактор менән ҡәбер ҡаҙалар, мосолман ҡәберенә тағы ла аҙыраҡ өҫтәр кәрәк буласаҡ. Айырып ҡына ҡараһаң мосолмандар өсөн ярым табут 2500-3500 һум, ҡәбергә ҡуйыла торған бағана 1000 һум. Тәреләр хаҡы 1000 һумдан 5000 һум, стандарт табут 4500 һум. Аҡсаң ғына
булһын мәрхүм булған туғаныңды кәстүм салбарға кейендереп, галстук тағып ерләйем тигәндәргә яҡынса тағы ла 5000 һум әҙерләргә кәрәк. Мосолман кешеһенә кәфенлек 3000 һум тирәһе.
Районыбыҙҙа ярым табут - 4000 һум. Шунан килеп ҡәбер ҡаҙыусы 1 кешенең хеҙмәт хаҡы - 1500 һум, мәҫәлән трактор менән алдан ҡаҙылған ҡәберҙе күмеп кенә ҡуйыу 9000 һум була, сөнки был эште 6 кеше башҡарасаҡ. Ҡул менән ҡаҙылып ҡуйылған ҡәберҙе күмеүҙе 4 кеше башҡара. Бының өсөн 6000 һум түләргә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән ҡаланан 30 саҡрым алыҫлыҡтағы ауылға мәйетте алып ҡайтып күмеп ҡуйыу яҡынса 23 мең һумға төшәсәк. Моргтан мәрхүмде тәрбиәләп бирәләр, тик йола буйынса эш итергә булһа, уныһы айырым бер хаҡ.

Был турала тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: