Все новости
Йәшәйеш
14 Апреля 2022, 17:28

"Төнгә ҡаршы берәү моңло итеп..."

Яҙ етте. Был миҙгел кешеләрҙә әллә күпме матур хистәр уята. 

Күңелгә моң тула, ул эскә генә һыйып ҡала алмай - тышҡа урғыла. 

Ауыл иҫкә төшә. Яҙ - йәшәреү мәле, йылы миҙгел. Күҙ алдына баҫтырығыҙ: битте иркәләп йылы ел иҫә, танауға тәмле ер еҫе бәрелә. Янда ғына йылға ташҡан тауыш ишетелә һәм гармун моңо. Урамды бер итеп, йәштәр гармунға ҡушылып йырлап уҙа. Йөрәкте өҙөр күренеш. Хәҙер үтте инде, ауылдар бөтөп бара, унда гармун да юҡ, барыһы ла артта ҡалды тимәгеҙ.
Кисә төн уртаһында Күмертау буйлап башҡортса йырлап уҙҙылар. Гармунға ҡушылып. Тәҙрә асыҡ, йоҡомһорап ҡына барған мәл, әллә төш күрәмме, һаташыуҙыр был тиһәм, ысынбарлыҡ икән. Йыр тауышы йырағайып юғалғансы тыңлап яттым. Ниңәлер илағы килде, таңға ҡәҙәр керпек ҡағылманы. Йоҡоһоҙ төн өсөн рәхмәт, билдәһеҙ йырсылар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: