Все новости
Йәшәйеш
19 Апреля 2022, 13:25

"Аҡ йортҡа барып йөрөйһөңмө?"

- Атаҡ, Дауыт-Ҡайыптан бында килеп эшләп йөрөмәҫһең дә инде.

"Аҡ йортҡа барып йөрөйһөңмө?"
"Аҡ йортҡа барып йөрөйһөңмө?"
Иген сәсәләр. Түҙмәй, яндарына туҡтаныҡ. Яндарына тигәс тә, орлоҡ тейәгән машинаһы янында бер абзый ғына тора, икенсеһе тракторҙа сәсеп йөрөй.  
- Килдем инде... 
- Янығыҙҙа ғына Тәүәкән дә? 
- Эй, унда.... - абзыйыбыҙ ҡулын һелтәй, - әллә нимә эшләп бөттөләр, ООО яһап ҡуйҙылар. Бына һеҙҙең Урал Ибраһимов шәп етәксе ине лә, китеп барҙы - йүнле кеше беҙҙә торамы ни? 
Ҡарабаев Марат. Күгәрсен, Дауыт-Ҡайып. Ошолай таныштыҡ, ҡул бирештек. 
- Яманһарынанмы ни, - Марат абзый туғанын осратҡандай булып китте, - һуууу, унда Рабиға апайым йәшәй ҙә. Бында минең туғандар күп ул,  Илмир менән Лена аҡ йортта эшләйҙәр. Унда барып йөрөйһөңмө? - абзый өҫ-башҡа күҙ йүгертә, хакимиәткә бара торған кешеме-юҡмы икәнен самалай, -  күрһәң, уларға сәләм әйт. 
Һоло сәсә инеләр. Урындағы, Ҡансыралағы, фермерға ялланған эшселәр. 
Һоло тигәс, әллә урынлы, әллә урынһыҙ, инде онотолоп бөткән йыр һүҙҙәре башҡа килде: 
"Ерән ҡашҡа атҡайым да,
Башын сайҡай малҡайым.
Алдарында һолоһо бөтһә,
Һыҙыла йөрәк майҡайым,
Эй-й... һыҙыла йөрәк майҡайым.

Ерән ҡашҡа атҡайым да,
Елдәр тарай ялҡайын.
Эйәрләгән егетеңде
Ташлап ҡайтма, малҡайым,
Эй-й... ташлап ҡайтма, малҡайым".
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: