Все новости
Йәшәйеш
22 Апреля 2022, 11:13

Шәкәр ҙә булған мал

Йәшәйһең-йәшәйһең, бөтәһенә лә өйрәнеп бөтәһең, тәжрибә, аҡыл тигәне бар, бер нимәгә лә аптырамаҫҡа күнегәһең.

Шәкәр ҙә булған мал
Шәкәр ҙә булған мал

Тик... ҡай саҡ шундай хәбәр башҡа килтереп һуға – ниңә улай тигән һорауға яуап та табырлыҡ түгел.
Үткән шишәмбелә Күмертауҙағы фатирҙа ике йәш кешенең үле кәүҙәләре табыла. Ирле-ҡатынлы, күптән түгел генә өйләнешкән (балалары юҡ) Максим менән Алена Боковтар. Максим ҡала ЮХХДИ начальнигы вазифаһын башҡарған кеше – эшләгән урыны ҙур.
Һөлөк һымаҡ йәштәр һәм көтөлмәгән үлем. Фатирҙа йәшәгән йорт хайуандары ла үлгән , әжәлдең сәбәбе эшләмәгән вентиляция булған тиҙәр, газ йыйылып, фатирға таралған.
Шаршамбыла полиция ишеге алдында үлгәндәр менән хушлашыу булды. Ҡайғыһынан ҡалтыранып, ергә һеңгәндәй бәләкәсәйеп ҡалған әсәне йыуатыр һүҙҙе береһе лә таба алманы. Ул яңыраҡ ҡына ирен ерләгән булған, әле 40-ы ла тулмаған һәм бына улы менән киленен һуңғы юлға оҙата. Бер ай эсендә генә күп әҙәм күтәрә алмаҫлыҡты уның яуырынына килтергән дә һалған.
Мәрхүмдәр тураһында барыһы ла йылы итеп иҫкә алды, бик һәйбәт кешеләр инеләр, ярҙамсыл, тырыш, тормошто яратҡан.
Был ҡот осҡос хәлгә бәйле енәйәт эше лә астылар.
Үлемде аяҡ аҫтында тиҙәр, беҙ, күпте күргән кеше булараҡ, быныһын яҡшы беләбеҙ, тик ...
Теге йәки был кеше менән осрашһаң, бик йыш зар ишетәһең: шәкәргә хаҡ артҡан, икмәккә, машина алам тип йөрөй инем, ала алманым – ҡыйбатланды.... Әлеге хәлгә оҡшаш ваҡиғалар иҫкә төшә лә, ҡул һелтәйһең - шәкәр ҙә булған мал. Бәндәләреңә ҡарата миһырбанлыраҡ булһаң ине, яҙмыш, тәҡдир. Берҙән-бер иҫән ҡалған малайына ҡарап ҡалған Әсәгә көстө йәлләмәй бир, Хоҙай.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: