Все новости
Йәшәйеш
2 Мая 2022, 14:28

Картуф булһа, йыр ҙа булыр

Беҙҙең халыҡта картуф тураһында йырҙар бармы икән ул?

Картуф булһа, йыр ҙа булыр
Картуф булһа, йыр ҙа булыр

Халыҡ бит ерле юҡҡа йыр сығармай, нимәне ярата, шул турала йырлай (тыуған ил, ауыл, әсәй, атай, һөйгән йәр, икмәк). Картуф тигәндә ошоноһо ғына иҫкә төшә: "Бәрәңге жарить итәм...." Хәйер, был таҡмаҡҡа тартым. Килешеп етмәгән һымаҡ - "барыбер гулять итәм" тигән йыр йүнле буламы ни?
Ә бит беҙ картуфты ныҡ яратабыҙ, икенсе икмәк тибеҙ.

Ниһайәт, ошо аҙыҡты ултырыр мәл дә етте, кемдер ер йылынмаған-фәлән-төгән тиер, шулай ҙа ергә төрткән шытмай ҡалмаҫ.
Абдулда бөгөн картуф сәскәндәр. Ханбәковтар сәскән. Ҙур байрамға әйләнгән дә киткән был эш. Тыуған йорт, матур баҡса, туғандар һәм шашлыҡ. Сәскәнегеҙ мул уңыш бирһен, уны иҫәнлектә генә ашарға яҙһын.
Йырмы? Икмәк булһа, йыр ҙа булыр, картуф хаҡында йырҙар яҙылыр әле - именлектән генә айырмаһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: