Все новости
Йәшәйеш
9 Мая 2022, 08:28

Зарланаһы түгел

Ауылдарҙағы байрам... Эйе, уны билдәләйҙәр, хатта Үлемһеҙ полкты та үткәрәләр, концерттар, митинг-сығыштар, барыһы ла була. 

Зарланаһы түгел
Зарланаһы түгел

 Шартына килтереп, байрам итеп бөтә лә, ауыл халҡы, баҡсаға йүгерә - ер үҙенә орлоҡ төрткәнде көтә. 

Кисә Ялсыҡайҙа әллә күпме кеше бер юлы көрәккә тотонған. Әл дә ҡаланан ҡайтҡан балалар бар - улар эште тиҙ тота.  Картуфты соҡорға төшөргән һайын баштарына уй килә: өләсәйҙәрҙең: һуғыш ваҡытында ашар өсөн картуф ҡабығы ла һирәк күренеш ине тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.
Күнәк тулы картуф, аяҡ аҫтында ҡара ер, күктә алсаҡ ҡояш бар, ямғырҙар яуып, йылы елдәр иҫеп тора икән, тимәк, зарланаһы түгел. Ошоларҙан мәхрүм ҡалыр мәлдәр килмәһен. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: