Все новости
Йәшәйеш
18 Мая 2022, 08:45

Аңһыҙ чиновниктар

Ленин бабай был көндәрҙә ҡалаға ҡыуанып ҡарап тора.  

Аңһыҙ чиновниктар
Аңһыҙ чиновниктар

 Ғөмүмән, уның бойоҡҡаны ла юҡ, һәйкәленә, ҡайһы бер илдәрҙәге кеүек, теймәйҙәр, алып ташламайҙар, киреһенсә, ҡәҙерләйҙәр, ҡыҙыл байрам һайын янына киләләр, сәскә һалалар, телмәр тоталар. 

Бына әле уның аяҡ аҫтына таш түшәп йөрөйҙәр. Шәп бит. Шәп. 
Бармағы менән әллә ҡайҙарға күрһәтеп тора бабай, уны һәр кем үҙенсә аңлай, кемдер коммунизмға табан юл күрһәтә ти, ә, беҙҙеңсә, ул былай тип ымлай: минең тирә әле түҙерлек, Күмертауҙың анау яҡтарын ҡарағыҙ, әҙәм йөрөрлөк түгел, шул яҡтарға юл һалығыҙ, соҡорҙарын тигеҙләгеҙ. Ҡыҙғаныс, Ильичтың әйткәнен чиновниктар ғына аңламай.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: