Все новости
Йәшәйеш
20 Мая 2022, 11:54

Намыҫ ғазабы

"Долг платежем красен" ти халыҡ. 

Намыҫ ғазабы
Намыҫ ғазабы

Бурыслы булыу - ауыр йөк, уны һәр саҡ елкәңдә күтәрәһең дә йөрөтәһең. Ҡай саҡ, әгәр ҙә бурысың бик ҙурҙан булмаһа, был турала оноторға ла була (улай ғынамы, бәғзеләр ҙурырағы тураһында ла, ҡайтарам тип вәғәҙәләр биреп тә, аҙаҡ "хәтерен юғалта").  

Әмәлгә ҡалғандай, теге көнө бер танышта сәй эсергә тура килде. Беҙ  - ябай халыҡ, бирһәләр ал, бәрһәләр - ҡас принцибы менән йәшәп өйрәнелгән, әйттеләр - ултырҙыҡ. Бер пакет сәйҙе биш-алты кешегә бүлеп, һәр береһенең көрөшкәһенә тығып, һығып эстек. Ҡоро сәй генә түгел, янында тәм-том да булды: муравейник. Ҡырмыҫҡа иләүе тип аталған татлы бер ризыҡ. Уны ла семеткеләнек.  
Йомартлығығыҙ өсөн рәхмәт, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлау белмәһен - ошондайыраҡ һүҙҙәр әйтеп хушлаштыҡ. Тик... Китеп барышлай әйттеләр: сәй Гринфилд ине. Бына һапаталар, кешенең өлөшөнә керҙек буламы инде улайһа? Ерле юҡтан бер пакетты ғына ебетмәне лә баһа былар. Уңайһыҙ булып китте. Эсмәгәнең сәйме, ҡайтҡансы түҙергә лә булыр ине. Шулай ауыр уйҙар менән бер нисә көн үтте. Сәй хужалары гел осрай ҙа тора, етмәһә, күргән һайын һиңә ғәйепле ҡараш ташлай кеүек. Бөгөн иртәндән үк, үҙ-үҙебеҙгә һүҙ биреп (онотмаҫҡа!), бурысты алып киттек. Сәй һәм теге тәмлекәс. Риза булып ҡабул иттеләр. 
Ғәйепкә бөкмәгеҙ, юҡ-юҡ, һеҙ ғәйепләмәгеҙ тип, бер-беребеҙҙең күңелен күреп, сығып киткәс, йәнде рәхәтлек биләне, әйтерһең, кемдер билде һындыра яҙып баҫып торған ауыр ташты өҫтән алып ташланы. 
Бурыслы - үлмәҫ тигәндәре дөрөҫ түгел икән, киреһенсә, ул тиҙерәк үлеүе ихтимал - намыҫ ғазаптарынан. Ошо ғазаптарҙы белмәй-күрмәй-һиҙмәй йәшәргә булһын ине.  
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: