Все новости
Йәшәйеш
20 Мая 2022, 17:48

Рәхмәт төшкөрҙәре

Рәхмәт төшкөрҙәре, ҡайҙан ғына килеп керҙегеҙ!  

Рәхмәт төшкөрҙәре
Рәхмәт төшкөрҙәре
Ауылда осрашһаҡ, былай уҡ йылы булмаҫ ине лә әңгәмә. Бер ерҙән атлап йөрөйбөҙ, бер үк һыуҙы эсәбеҙ, һауаны һулайбыҙ (Күмертауҙыҡын), ә күрешеү, бына әлегеләй, һирәк булған ваҡиға.

Электән дә бер һыуҙы эсеп, бер тупраҡты тапап йөрөгән кешеләр ҙә беҙ - яманһарылар. Яҙмыш барыбыҙҙа ла, ошолайтып, ҡалаға тупланы. Мәүлиҙә Ғәҙеләева, Әлфирә Ким. Шулай уҡтар, элек нисек булғандар әле лә шулайҙар. Һаман йәшһегеҙ тиһәм, ышанмайҙарсы. 
Оҙаҡ ултырҙылар. Ултырмаға килгән ҡыҙҙар кеүек, һөйләмәгән хәбәр, иҫләмәгән хәтирә ҡалмағандыр. Илау ҙа булды. Унһыҙ ҡайҙа? Һүҙгә ара-тирә генә ҡушылырға тырыштым, был икәүҙе тыңлап ултырыу ғына ла танһыҡ. Һағындырған. Ҡыймай ғына, һеҙгә нисә инде хәҙер, тип һорарға баҙнат иттем - ҡыҙҙарҙан улайтып һорауы уңайһыҙ. Етмеште уҙҙыҡ тинеләр. Әллә алданылар. Илле биш самаһылыр тип ултыра инем.
Фото. Унһыҙ булмай, иҫтәлеккә ҡалһын.
Иҫәнлек һеҙгә, апайҙар. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: