Все новости
Йәшәйеш
16 Июня 2022, 12:23

Бер генә йәшәйбеҙ

М, Кәримдең был шиғыры берәй ҡасан беҙҙең күңел торошона шулай ныҡ тап килер тип кем уйлаған? 

Бер генә йәшәйбеҙ
Бер генә йәшәйбеҙ

Ул киткәндән бирле, 
Дала буйлап, 
Бигерәк моңһоу аға Юшатыр. 
Юшатырға ҡарап, уны һағынам, 
Күңелемде кемдәр бушатыр?  

Юшатыр тигәнбеҙ беҙҙең осраҡта йылға түгел, ә беҙ үҙебеҙ. 
Татьяна Шорскина, район хакимиәтенән, йәштәр, туризм эшенән китте лә барҙы. Эшенән генә китмәне, ә беҙҙең тормоштан юҡҡа сыҡты, әйтерһең. Дәртле ҡыҙ ҙа ул, эшсән, тиктормаҫ. Ундайҙарҙы башҡаға алмаштырып ҡара! 
Ниңә китәһең? Был һорауға ул ҡапыл ғына яуап та бирмәгәйне: бына шулай килеп сыҡты. 
Ә кем беҙҙе яратып уҡыр (башҡортса белмәһә лә, тәржемә итә), кем беҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торор (Татьяна ҡайҙа ниндәй сара булһа ла, шунда уҡ беҙгә фото-мәғлүмәт ебәрер ине)? Сарафанға оҡшаш матур күлдәктәрен ялпылдатып, кем тегендә лә, бында ла йүгереп йөрөр?
Ҡыҫҡаһы, һағыш баҫты. 
Эҙләп таптыҡ. Ҡала хакимиәтендә ултыра икән. Социаль өлкәлә эштәр идарасыһы. Шул уҡ дәртле аҙымдар, шул уҡ көләс, асыҡ йөҙ, шул уҡ сарафан. Барыһы ла шул көйө кеүек. Торт алып барҙыҡ, исеме мәғәнәле: "Бер генә йәшәйбеҙ". Бәләкәй генә табын ҡорҙоҡ. Янда сибәр Диана Мәһәҙиева ла бар. Ул да шулай уҡ ябай холоҡло, асыҡ - Татьяна алама кешеләр янына бара буламы?
Ностальгия тиһәң, ностальгия түгел, ниндәйҙер кәйеф биләп алды - рәхәт тә, шул уҡ ваҡытта нимәлер күңелде тызый. Бер нимә хаҡында уйлағы килмәй, туҡтап тор, ваҡыт, был мәлде оҙағыраҡ татығы килә. Ултырып торайыҡ әле - бер генә йәшәйбеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: