Все новости
Йәшәйеш
23 Июня 2022, 16:54

Ниндәй көн был?

Бер яҡтан эскә һыймаҫ ҡыуаныс - Яҡшымбәт, ана, ҡалайтты.

Ниндәй көн был?
Ниндәй көн был?

Дөйөм көс менән тырышып, барыбер, еңеп ҡуйҙыҡ. Өс миллион кеҫәлә. Етмәһә, эсмәй башлайбыҙ. Икенсе яҡтан... Ю. Шатунов китеп барған. Бер яҡҡа борһаң, илаған, икенсе яҡҡа борһаң, көлгән клоун кеүек, бер аҙға һеңгәҙәп ҡалдыҡ.

Оптимист булырға кәрәк - ошо уй алға этәрә. Ҡалай ҡыҫҡа был ғүмер, әле генә кемдер бар, икенсе ҡараһаң - юҡ. Һәр миҙгелдең, унан бигерәк, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә торған көн һымаҡ. Булғанына шөкөр итеп, килгән, бәләкәйме-ҙурмы, ҡыуаныстарҙы оло итеп ҡабул ҡылып, шатланып йәшәп ҡалырға кәрәк. 

Ғүмер дауам итә. Яҡшымбәттәр, бөгөнгө көнгә йәм өҫтәгәнегеҙ өсөн рәхмәт. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: