Все новости
Йәшәйеш
30 Июля 2022, 14:08

Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да - юҡ

Яманһары быуаһының кәйефһеҙ сағы булдымы, балыҡсыларға асыҡ йөҙ күрһәтмәне.

Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да - юҡ
Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да - юҡ

Миһарбынлы ла булманы хатта, йәлләмәне. 

Таң тишегенән килеп ултырған утыҙлап кеше ҡояш арҡаларҙы өтә башлағансы ултырҙылар, бер балыҡ та ҡапманы, ҡалҡауыс ҡымшанмай ҙа һыу өҫтөндә ята бирҙе. Күңелһеҙ. Хәйерле булманы был юл. Килә ятҡанда уҡ, йәшен тиҙ генә билдәләрлек тә булмаған бер бәндә, быуаға еткәс тә, юлға арҡыры баҫты. 
- Куда едешь?
Кистән апаруҡ "һалған" да һаман айнып етә алмағанмы, әллә иртәндән матур итеп "башын төҙәткән" - йөҙөндә инабат юҡ. Асыу килеп китте - ғүмере буйы, бала саҡтан, ошо юлдан, саң туҙҙырып, ялан аяҡ йөрөнөк, береһе лә туҡтатманы, ә бында: куда едешь?
Куда едем икәнде йүнләп аңлатҡы ла килмәне, үтергә лә хәҙер тыйыламы үҙ еремдә (үҙ еремме икән?), ары киттек. Йәштәр комитеты рәйесе Роман Барановский бер үҙе сәй һемереп ултыра, беҙгә лә һалды, сәйе тәмле ине, әллә нимә ҡушып бешергән. Яр буйы тын, бер балыҡсы өмөтөн тамам өҙгән, ерҙә һуҙылып йоҡлап ята.
Шрамкова Гүзәл ирен эйәртеп килгән (улар гел шулай бергәләп ҡырға сығалар), балыҡ ҡапмағас, ҡармағын ташлаған да мәтрүшкә йыйып килгән - исмаһам, сәфәрҙең бер файҙаһы тейһен.  
Торараҡ Данил Акилов килде, бер үҙе. Ниңә берәйһен, күңел өсөн ултыртып алманығыҙ, көн матур. 
Урынбаҫар йылмайҙы ғына - һеҙҙең кеүек булып булманы инде. 
Данил Зиннәт улы ары барҙы, бире килде, телефонына текәлде. 
- Тегеләй барһам, "Хуш килдегеҙ Ырымбур өлкәһенә" ти. Был яҡҡа килһәм "Рәхим итегеҙ Башҡортостанға" ти был телефон. 
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыла.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: