Все новости
Йәшәйеш
30 Июля 2022, 07:52

Юғарынан ҡайнар сәләм!

Элек бик популяр булған совет йыры ул.   

Юғарынан ҡайнар сәләм!
Юғарынан ҡайнар сәләм!
Не кочегары мы, не плотники, 
Но сожалений горьких нет, 
А мы монтажники - высотники, 
И с высоты вам шлем привет. 
Бик йәшәргә дәрт өҫтәүсән йыр ул, үтә позитив. Ниндәйҙер ҡаһарманлыҡҡа әйҙәй. "Высота" фильмында йырланған йыр бөйөк эштәргә этәрә. Әле был йыр онотолдо, илдә йүнле төҙөлөш юҡ тиһегеҙме? Был турала Норильск ҡалаһында эшләй йөрөгән Күмертау егеттәренә әйтеп ҡуймағыҙ. 

Бына улар: Константинов Анатолий -  монтажник, Хәкимов Булат - мастер, Арыҫланов Динис - мастер, Вәлитов Зиннур - монтажник. Черногорск тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөп йөрөгән кешеләр улар. Ил тарихын яҙған шәхестәр тип әйтһәк тә артыҡ булмаҫ. Вахтовиктар! 

Әле тыуған илдәргә өҫән тороп сәләмдәр күндерәләр ("С высоты вам шлем привет"). Йырлап ҡына эшләп, йырлап ҡына, бер ниндәй үкенестәрһеҙ, йәшәргә булһын, егеттәр, яҙмыш елдәре ҡайҙарға ташлаһа ла, күңелдәрегеҙ гел юғарыла булһын.   
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: