Все новости
Йәшәйеш
20 Августа 2022, 12:51

Торғаны яҡшы

Райпо тигән исемде әйткәндә, уны ҙур ностальгия, һағыш менән әйтәбеҙ.

Торғаны яҡшы
Торғаны яҡшы

Бындай һүҙ әллә ҡайҙарҙа, дәртле йәшлек йылдарында ятып ҡалған кеүек.

Ауылдарҙа уның магазиндары ябылып бөттө тиергә була (хатта юл буйында ятҡан Иҫке Отрадала ла япҡандар тип әйтәләр), шунлыҡтан Ермолаевола ла хәҙер улар юҡтарҙыр тип уйлаған баш ине. Юҡ, улар һаман тора икән. Бөгөн Һауа Флоты көнөндә Райпоны күрергә насип булды. Рәсимә Бабченко менән элек йыш осраштыҡ, һөйләшер һүҙҙәр бөтмәй ине, бына аҙҙаҡы йылдары ғына аралар өҙөлдө. Бер күрешеп һөйләшергә кәрәк - Рәсимә Шәһисолтан ҡыҙы шулай тиер булды телефон аша ғына аралашҡанда, ҡыш ине ул ваҡыт, яҙ үтте, бына, ағастар һарғайырға тора, ә осрашыу килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Әле лә торараҡ килеп кит, сәй эсербеҙ (бушлай) тиһә лә, ваҡыт етмәне. Барыһы ла алға шыла бара. Ярар, иҫәнлек булһа, осрашыу ҙа булыр, әлегә Райпо торһон әле. Уның ятҡанынан, торғаны һәйбәтерәк.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: