Все новости
Йәшәйеш
31 Августа 2022, 16:13

Харам аҡса

Ҡапыл ғына, уйламағанда юлда ятҡан, кемдер юғалтҡан аҡсаларҙы тапһағыҙ, нимә эшләр инегеҙ? 

Харам аҡса
Харам аҡса

Ул, бигерәк тә, ҙур аҡса булһа - 500 мең һум. Ярты миллион! Етмәһә, был аҡсаны ауыл ҡатыны табып алһа? Бындай сумманы әллә нисә йыл эшләп тә ала алмай күптәр (чиновниктар һәм Себер иҫәптә түгел).
Башҡа төрлө уйҙар килә (әлбиттә, гонаһлы). Ипотекамдың яртыһын ҡаплайым да ҡуям да баһа... Машина алырға була, яңы булмаһа ни, йөрөрлөгөн. Диңгеҙгә путевка алырға мөмкин, йылы яҡҡа барыу өсөн, күпме аҡса йыйһаң да, еткереп булмай, ә бында - әҙер аҡса. Буштан килгән. Былайтып йәшәһәң, диңгеҙҙе бер ҙә күрмәй үлеп китеүең дә бар. Елле генә, ҡыйбатлы, тун алып кейеп ебәргәндә лә килешер ине (әйҙә, күрше бисәләре көнләшеүҙәренән ҡайҙа тығылырға белмәһен). Иргә күрһәтмәҫкә кәрәк, ул тотона белмәй аҡсаны, юҡҡа-бушҡа әрәм-шәрәм итеп кенә бөтөр, ыштанһыҙ...
...Көйөргәҙе районында йәшәгән бер ауыл ҡатыны 500 мең һум тапҡан. Был тарихтың дауамы киләһе аҙна һанында баҫыласаҡ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: