Все новости
Йәшәйеш
8 Сентября 2022, 17:11

Тыныслан, йәнем!

Барыһына ла матур теләктәр, хуплауҙар өсөн рәхмәт! Уйланып йөрөй торғас, үҙ шиғырым менән яуап яҙырға батырсылыҡ итәм. Яҙам әле, йәнем һорағас. 

Тыныслан, йәнем!
Тыныслан, йәнем!

Бөгөн ҡулыма ҡәләм һорай йәнем,
Йүгәнһеҙ аттай дулап, эй, саба.
Шиғриәт, тормош бергә осрашып,
Шулай ҡайһы саҡта йән тыныслыҡ таба.

Яҙам әле шуға, йөрәгемде тыңлап,
Йәнем ярылырҙай һыҡтап илағас,
Уйҙар диңгеҙенән һис арына алмай,
“Яҙсы инде!” тиеп, ҡанат бәреп һорағас.

Яҙам... Маҡтау, хурлау – ғүмерлек түгел,
Намыҫлы хеҙмәт емеше – мәңгелек.
Ҡыл осондай эште тауҙай күрһәткәндең
Даны саң-туҙандай оса иң элек...

Йылдар елдәй сабып үтеп торғанда
Хеҙмәт, тормош күлем булманы һил.
Сабырлыҡтың ни икәнен оноттормай,
Яҙмыш үҙ һынауын биреп торҙо гел.

Сәм һәм дәрт булды эшкә көс биреүсе,
Дан тип намыҫымды һатманым,
Үҙ-үҙемә хыянат итмәнем һис тә.
Ике йөҙлөлөк һаҙына батманым.

Яуаплылыҡ йөк булманы миңә бер ҡасан да,
Тик үҫтерҙе генә, мүкләнергә бирмәне,
Шартлап һынырҙай саҡтарҙа ла хатта
Зиһенемде йыйҙы, аяу белмәне.

Ғәйбәт, яла яғыусынан үс алманым,
Килер заман – мотлаҡ яуап бирерҙәр,
Шашып сәскән сүп-сар үләндәренең
Ағыулы, ай, емештәрен тирерҙәр.

Аңһыҙ ҡыланғандың күңел күҙе һуҡыр,
Ҡуштанлыҡта таба үҙенә дауа.
Ваҡыт бар(ы)һын үҙ урынына ҡуйғас,
Башҡайына утлы ямғырҙар яуа.

Йән ғазабын кисермәгән әҙәм юҡтыр,
Гонаһ тулы ерҙә йәшәп аҙабыҙ.
Татыу көн итеүҙең ҡәҙерҙәрен белмәй,
Үҙебеҙгә төпһөҙ соҡор ҡаҙабыҙ.

Бер гонаһһыҙ – фәрештәләр генә бит,
Хәсрәт күргәндәрҙең йәне зым-зыя.
Үҙ күрәсәген алдан уйлай белгәндәр,
Гонаһынан ҡурҡып, телен тиҙ тыя.

Һынауҙарҙы бер хатаһыҙ үтеүсе
Был донъяларҙа, ай-һай, бик һирәк...
Эй, Хоҙайым! Йән һорағас яҙҙым инде.
Эйе, беләм, миңә лә сабырлыҡ кәрәк.
Яҙмышымда бары Һин, Хоҙайым, Һин – терәк!
...Тыныслан, йәнем! Ныҡ бул, илама, йөрәк!

Светлана ИСАКОВА. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: