Все новости
Йәшәйеш
17 Сентября 2022, 14:11

Һыуһындары ҡанғансы

- Беҙҙең Иҫке Отрада ауылында һыу бəлəһен ҡасан хəл итерһегеҙ?

Һыуһындары ҡанғансы
Һыуһындары ҡанғансы

Бер ай инде һыуһыҙ интегəбеҙ, аҙна һайын һыу була тип вəғəҙə итəлəр, əлегə былар буш һүҙ генə, мəктəп, балалар баҡсаһы һыуһыҙ ултыра, тейешле ашатыу ҙа юҡ, бардак! Һыу бəлəһе беҙҙең ауылда тəүгə генə килеп сыҡманы, тулыһынса эшлектəн сыҡҡанын көттөгөҙ! Үҙегеҙ шундай ҡот осҡос шарттарҙа йəшəп ҡарағыҙ, тəүҙə һыуһыҙ ултырҙыҡ, хəҙер һыуыҡтар килде, өшөп-туңабыҙ.
Ололар ҙа, балалар ҙа һыуыҡта ултырырға мəжбүр, йылытыу системаһын тоҡандырып ебəреү өсөн дə һыу кəрəк. Көн һайын буш яуаптарығыҙ менəн башты əйлəндерəһегеҙ!

Материал тулы килеш йома көнө гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: