Все новости
Йәшәйеш
20 Сентября 2022, 14:50

Беренселәрҙән булып

Районыбыҙҙа ППМИ программаһы буйынса эштәр ҡайнай.

Беренселәрҙән булып
Беренселәрҙән булып

Илкәнәйҙәр был эшкә тәүгеләрҙән тотоноп, беренселәрҙән булып эштәрен тамамлап та ҡуйҙы.

Программа шарттары буйынса, халыҡтан 100 мең һум йыйып, спонсорҙан да ошо уҡ сумманы табырға ине. Улар тиҙ арала был эште атҡарып сыҡтылар һәм урындағы бюджеттан да 100 мең һум ҡушып, дәүләт тарафынан 600 мең һум бүленеп барлығы 900 мең һумға Илкәнәйҙең барлыҡ урамдарында ла һыу торбалары яңыға алмаштырҙылар.
Ауыл халҡы бик ҡәнәғәт һәм үҙҙәренең ауыл биләмәһе башлыҡтары Рөстәм Вахитовҡа сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.

Барлыҡ рәхмәт һүҙҙәре гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: