Все новости
Йәшәйеш
10 Октября 2022, 18:24

Әгәр ирҙәр ҡалһа....

Бер ауылда бер ауыл башлығы йонсоған йөҙөн ҡул менән һыпыра. 

Әгәр ирҙәр ҡалһа....
Әгәр ирҙәр ҡалһа....
Әле генә, артынан ишеген йоҙаҡлап, район үҙәгенә сабырға тип сыҡҡайны (мобилизацияға эләккәндәрҙең ата-әсәһенә, ҡатындарына открытка таратырға кәрәк, килеп алығыҙ тигән фарман булды) һәм бына эләкте. Ялыулап бер оло йәштәрҙәге ҡатын килгән.
- Нисәмә әйттем, Фәлән Төгәнович, шул өйөм янынан һыу аҡҡан соҡорҙо тәрәнйәтегеҙ тип, юҡ, ишетмәйһегеҙ. Ҡасан ҡаҙып китәһегеҙ? 
Фәлән Төгәнович арыған ҡараштары менән тегеңә баға, былай ҙа үҙенә урын таба алмай йөрөй, повестка алып килһәң, уға ташланалар, ниңә миңә алып килдең тип, әйтерһең, үҙе уйлап сығарып яҙып ултыра уларҙы, үҙенең төн йоҡолары күптән ҡасҡан. Апайға асыуланып ҡына берәй нәмә әйтер ине, ярамай. 
- Ярар, апай, эшләрбеҙ. 
- Ҡасан? 
- Саҡ ҡына бушанайым да. 
- Һеҙҙең бушанғанығыҙ бармы, күпме көтөргә була? 
Түрә кешенең "шул да булған ҡайғы" тигән һүҙ йөҙөнә сыҡҡан, тик нимә эшләйһең, көндәлек мәшәҡәтте береһе лә һыҙып ташламаған. 
- Эшләрбеҙ... әгәр ирҙәр ҡалһа. 
Апай, нимәлер тип әйтергә ауыҙын асҡандай булды, кире япты. Китеп барҙы. Силсәүит янына бәләһе менән килгәненә саҡ ҡына уңайһыҙланды ла, буғай.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: