Все новости
Йәшәйеш
12 Октября 2022, 14:07

"Ялған" икмәк

- Күмертау магазинында һатылған икмәкте тиҙҙән блокадалағы Ленинградтағы кимәлгә ҡалдырырҙар ахры.  

"Ялған" икмәк
"Ялған" икмәк

Нисәмә ай (йыл тиергә була) күҙәтәм, икмәккә хаҡтар арта, бер юлы уның ауырлығы ла кәмей. Оҫтарҙы беҙҙең икмәк бешереүселәр, кешенең иң мөһим аҙығында хәтәр аҡса эшләй. Беҙ бит бер буханка икмәкте 550 грамм була тип күнеккән, иғтибар ҙа итмәй, һатып алып тотабыҙ ҙа китәбеҙ.

Бер мәл ике көн ашаған икмәк бер көнгә етмәй башланы. Бөгөн, түҙмәй, һатыусыларҙан үлсәттем - 496 грамм. Һатыусы ҡыҙҙар, нимә тиһен, яуырынды ғына ҡайсыланы - беҙгә нимә алып киләләр, шуны һатабыҙ.

Депутаттар, башҡа органдар ауылдан-ауылға сабып, Айыҡ ауыл, самогон тип фотоларға төшкәнсе (эскәне былай ҙа эсә), ошо хәлде - халыҡты алдағандарын иғтибарға алһын ине. Ялған араҡыны бөтәһе лә эсмәй, ә бына ялған икмәкте барыһы ла ашай. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: