Все новости
Йәшәйеш
5 Ноября 2022, 11:53

Ғүмерҙәр алда булһын

"Һаумыһығыҙ. Раүеф Тимерханович ысрочно "Юшатырға" ебәрергә ҡушты))))))"

Ғүмерҙәр алда булһын
Ғүмерҙәр алда булһын
Кисә һуң ғына, инде, сисенеп, ятырға йөрөгәндә генә, ошондай хәбәр ебәрҙеләр. Рәүеф ағай юҡҡа борсомаҫ, һүҙен йыҡҡы килмәй, бигерәк тә, ысрочно тигән. Тик... Төндә эшләй алмайбыҙ, барлыҡ ҡорамал ошонда - эштә. Төркөмгә яҙылған хәбәрҙәрҙән фотоларҙы алып булмай (телефондан), торғаны менән бер бәлә. 
Ҡыҫҡаһы, срочно килеп сыҡманы. Ғәфү итегеҙ. Бына бөгөн, шулай ҙа, ғәйепте төҙәтәбеҙ. Бына улар - фотолар. Күңелләнеп китеп ҡарап ултырабыҙ. Юбилей мәжлесе. Ҡунаҡ булыу - борондан ҡалған һәйбәт йола, юбилярға һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ (кисә апайҙы хәтәр күп итеп ҡотланылар, мәжлестә лә бик күп матур тостар әйтелеп, туҫтаҡтар күтәрелгәндер, барыһы ла ҡабул булһын), донъялар имен булһын ине тип теләйбеҙ, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йыш йөрөшөргә, йырлашып, көлөшөп ултырырға яҙһын, срочно булған эштәребеҙ, ҡапыл ғына эшләнмәһә лә, аҙаҡ барыбер аҙағына барып етһен, бик ашыҡмайыҡ - ғүмерҙәр алда булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: