Все новости
Йәшәйеш
10 Ноября 2022, 10:05

Көйһөҙ мейес

Знаменка ауылына әле газ үтмәгән.

Көйһөҙ мейес
Көйһөҙ мейес
Яңы Ямаш менән бергә был ауылға ла тиҙҙән үткәрәбеҙ тип һүҙ бирәләр биреүен.... Зәңгәр утты көтөп, әлегә боронғоса йәшәйҙәр - мейес яғалар. 
Мейес - ҡатмарлы нәмә, уны ла белеп яғырға, гел тәрбиәләп торорға кәрәк. Бына әле, һыуыҡтар еткәс, Знаменка ауылындағы бер өйҙә мейестең йүнләп эшләмәүе асыҡланған. Төтөнөн һөйрәмәй икән. Уйын эш түгел, ҡурҡыныс бындай мейесте яғыуы. Керәүле ауылы хакмиәтендә өндәшкәндәр, тонсоғабыҙ ҙа баһа, әмәлен табығыҙ. Тапҡандар. Дөрөҫөрәге, мейессене тапҡандар. Петров Петр Констаниновичты. Петр бабай пенсияла инде, ғүмере буйы колхозда эшләгән, бүтән әллә күпме һөнәрҙәре өҫтөнә, мейес сығарыу оҫтаһы ла икән үҙе. Әле, бына, көйһөҙләнгән мейесте көйгә килтереп йөрөйҙәр. 
Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылы булһын, оҙон ҡышты өшөмәй ҡышларға яҙһын. Рәхмәт, Петр Констанинович!   
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: