Все новости
Йәшәйеш
15 Ноября 2022, 11:51

Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем

Тышҡынайын ниҙән тышлайым? 

Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем
Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем
Йәйгелеген бында, ай, йәйләнем,
Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым?
Атаҡлы "Бейеш" йыры был. Ҡасҡын егеттең, властарҙан ҡайҙа ҡасып, ҡайҙа йәшеренергә белмәй, аҙапланып сығарған йыры. 
Күмертау шыршыһы ла әле ошолайыраҡ хәлдә. Дөрөҫ, ул береһенән дә ҡасмай, бары тик үҙенә урын таба алмаған сағы. Йәйҙе бик аҫтында үткәрҙе, ә бына ҡышты ҡайҙа ҡышлар? Уның ҡәҙимге урыны пыраң-зараң булып ята (фотола). Бында ҡышты ҡышларлыҡ түгел. Ишетеүенсә, үҙен Гагарин паркына алып барып ҡуймаҡсылар икән, башҡа әмәле юҡ, нимә эшләтһәләр ҙә эшләтәләр инде - үҙе тотҡон хәлендә. Шыршы яҙмышы - бәндә яҙмышына тиң, береһе лә уның ризалығын һорап тормай, теләгән еренә ала ла китә. 
Күк ат ҡына ектем, ай, тәртәгә,
Ҡалғандары ҡалды кәртәлә,
Уңлы ғына һуллы ҡашым тарта,
Ниҙәр булыр икән иртәгә?

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: