Все новости
Йәшәйеш
1 Декабря 2022, 16:17

"Ҡайҙа ғына бармай"

Ниҙәр күрмәй ир егеткәй менән ат башы. 

"Ҡайҙа ғына бармай"
"Ҡайҙа ғына бармай"

Күмертау ҡалаһынан Марат Вәхитов, вахта ысулы менән, 2008 йылдан алып эшләй икән. Өйҙә уны тормош иптәше, улы һәм ҡыҙы һағынып көтөп тора. Марат үҙ юлында ҡайҙарҙа ғына эшләмәгән. Тыуған яҡтарына ярты йыллап ҡайтмаған сағы ла булған хатта.
Әле бына, яҡташ егеттәренән бригада туплап, Санкт-Петербург ҡалаһына эшкә юлланғандар.
- Бригадала үҙем яҡшы белгән, тырыш, егәрле егеттәр, 3 монтажник, 2 иретеп-йәбештереүсе һәм мин. Бригадир булыуы ҙур яуаплылыҡ, бында һин үҙең өсөн генә түгел, эйәртеп алып килгән егеттәрең өсөн дә яуаплы, беренсенән уларҙә яҡшы эш хаҡы, тейешле йәшәү урыны менән тәьмин итеү мөһим, икенсенән эш биреүсе алдында ла һынатмаҫҡа кәрәк. Шуға күрә, эшкә тотонор алдынан, егеттәр менән юлға сығыр алдынан объект, уны төҙөү ваҡыты, эш хаҡы һәм башҡаһы, барыһы менән ныҡлы танышып сығам. Әле эшләгән урыныбыҙ зарланырлыҡ түгел, бында эшләү, йәшәү шарттары яҡшы. Эш хаҡы ла лайыҡлы, көндәлек ашау, кейенеү, юл сығымдары барыһы ла ҡаплана. Эштән һуң арып ҡайтыуыбыҙға ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнергә ла ваҡыт табабыҙ, спортзалға йөрөйбөҙ. Ике ай эштә булһаҡ, бер ай өйҙә торабыҙ, тыуған яҡтар, ғаиләбеҙ, балаларыбыҙҙы һағынһаҡ та, ни хәл итәһең, йәшәйем тиһәң эшлйһең инде, заманы шулай,- тип сәләмдәр юлланы Санкт-Петербург ҡалаһынан Марат Вахитов.
Материал үткән аҙна һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: