Все новости
Йәшәйеш
7 Декабря 2022, 16:11

Силсәүиткә машина нимәгә?

Был һорауҙы йәнә бер күтәрергә булдыҡ. 

Силсәүиткә машина нимәгә?
Силсәүиткә машина нимәгә?
Машинаһыҙ кеше - ҡулһыҙ (дөрөҫөрәге, аяҡһыҙ) кеше менән берҙер, бигерәк тә, ауыл башлыҡтары тураһында әйткәндә. Улар көнө-төнө ауыл тип саба. Ә юлдары ниндәй? Юлдарға бәйле хистәрҙе дөрөҫ итеп белдерерлек матур ғына, килешле һүҙ таба алмайбыҙ. Бер ваҡыт "машинаһы булһа булһын, исмаһам, водителе булмаһын, руль артында үҙҙәре йөрөһөн тигән дә хәбәр сыҡты - аҡсаға эконом. Улай ҙа бик шәп булмаҫ, берәй кәңәшмәнән әрләнеп сыҡһа, бирләнгән килеш руль артына ултырырға ярамай (врачтар тыя). Йәки, берәй культуралы сарала булһа, аҙаҡ ауылға, өйөнә нисек ҡайта? (был осраҡта полиция тыя). Ошолайыраҡ хәлгә тарып, ауыҙ яңыраҡ ҡына беште бит инде. 
Ҡыҫҡаһы, машина ла кәрәк, водителһеҙ ҙә булмай. Машинаның яңыһы кәрәк, юҡһа, ҡайһы бер ауыл башлыҡтары үҙ машинаһында йөрөй, хөкүмәттеке ярты юлда ҡойолоп ҡалыуы ихтимал.
Тиҙҙән бер ауыл башлығы яңы машиналы буласаҡ. Әрләмәгеҙ, һүкмәгеҙ (ҡотора был, яңыға үрелә), Путин әйтмешләй, дөрөҫ аңларға тырышығыҙ. 
Материал, ауыл башлығы машина алғас, була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: