Все новости
Йәшәйеш
13 Декабря 2022, 12:21

Атайҙан ҡалған мираҫ

Рәхмәт ата-бабаға, ҡола яланда ҡалдырманылар. 

Атайҙан ҡалған мираҫ
Атайҙан ҡалған мираҫ
Үҙ ғүмерҙәрендә йыйған, туплаған байлыҡтарын, мираҫ итеп, беҙгә тапшырып киттеләр. Ә байлыҡ мул ғына - келәттер, тимерлек-гараждар, хатта мәктәптәрҙе ҡалдырҙылар - ҡәҙерен белеп кенә тотоноғоҙ, балалар. 
Ҡәҙерҙәрен беләбеҙ: әле уларҙы һатып ятабыҙ. Бушап ҡалды улар, йәнде көйҙөрөп ултырмаһындар, хужалары булһын, хәстәрләһен, кәрәкле эшенә тотонһон. Ауыл хакимиәттәре һата уларҙы, ә бындай мираҫ һәр ауылда бар. Яйлап ҡына ҡотолалар уларҙан, бер юлы кеҫәгә лә аҙмы-күпме аҡса тама. 
Әле бына Яңы Муса ауылындағы атай байлығын һатыуға сығарғандар, булдыҡлы берәйһе килеп алмаҫмы? Майҙаны 189 квадрат. Хаҡы әллә ни түгел - 92 000 һум ғына. Яңы машина алырға ла етмәй. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: